Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Өфөлә ашнаҡсылар һәм кулинарҙар һөнәри байрамдарын билдәләй

Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә ашнаҡсылар һәм кулинарҙар үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Төп тантана Ҡала Мәҙәниәт һарайында уҙа.

Бөтә донъяла Ашнаҡсылар көнө бер көн алда – 20 октябрҙә билдәләнде. Халыҡ-ара дата 2004 йылда Бөтә донъя кулинарҙар йәмғиәте ассоциацияһының инициативаһы менән булдырыла. Был ойошма составына төрлө илдәрҙән һигеҙ миллион ашнаҡсы һөнәре вәкилдәре инә. Халыҡ-ара ашнаҡсылар көнө 70 илдә киң күләмле байрам сараһына әүерелгән.

Рәсәйҙә кулинария фән булараҡ 18-се быуатта үҫешә башлай. Был туҡланыу предприятиеларының таралыуы менән бәйләнгән. Тәүҙә корчма, һуңынан трактирҙар һәм ресторандар. Беҙҙең илебеҙҙә беренсе кулинария кухняһы 1888 йылда Петербургта асыла.

Башҡортостанда бындай ҙур күләмле байрам беренсе тапҡыр уҙғарыла. Киләһе йылдарҙа байрамды йыл һайын үткәрергә планлаштыралар.

Сара программаһына профессиональ һәм һәүәҫкәр мастер-кластар үткәреү, стратегик инициативалар директоры Джозеф Монастеронан (Joseph Monastero)  CendallCollege уҡытыу программаһын (Чикаго, АҠШ)  презентациялау, сәй клубының өлгө эше, профессиональ хеҙмәткәрҙәр араһында ҡунаҡсыллыҡ өлкәһендә конкурстар, сағыу шоу-программа, күргәҙмәләр инә.

Байрам концерт менән тамамланасаҡ, унда йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре сығыш яһаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть