3 декабрь, Шәмбе

21 октябрь 2013 йыл, 16:42

Өфөлә яңы йыл бүләктәре күргәҙмәһе үтәсәк

автор: Людмила Терновая

22 октябрҙә Профсоюздар йортонда (Өфө ҡалаһы, Киров урамы,1) БР Профсоюздар федерацияһы балалар өсөн яңы йыл бүләктәре өлгөләрен һайлау маҡсатында алдынғы кондитер изделиелары етештереүсе фирмаларҙың күргәҙмә-йәрминкәһен үткәрә.

БР профсоюздар федерацияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, традицион йәрминкәләр уҙғарыу профсоюз рәйестәренә, ойошмалар вәкилдәренә бүләктең ҡулайлыһын табыу һәм күмәртәләп һатып алыуға алдан заявка биреү мөмкинлеге бирә.

Күргәҙмә сәғәт 11-ҙән эшләй башлаясаҡ.