8 декабрь, Кесе йома

21 октябрь 2013 йыл, 16:24

Башҡорт опера һәм балет театрының «Спартак» спектакле мәскәүлеләрҙе хайран ҡалдырҙы

автор: "Башинформ" | фото: Анвар Галеев (Москва)

Илебеҙ баш ҡалаһында Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр институтының Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә уникаль мәҙәни ваҡиға булды – «Донъя классикаһы шедеврҙары – Бөтә Рәсәй өсөн» проекты сиктәрендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры һәм Империя Рус балеты Мәскәү тамашасыларына Арам Хачатуряндың «Спартак» легендар балетын күрһәтте. Спектакль, баш ҡала тәнҡитселәре фекеренсә, Башҡортостан бейеүселәренең юғары башҡарыу оҫталығын күрһәтте, тип хәбәр итте Мәскәүҙәге Башҡортостан яҡташтар берлеге активисы Фаягөл Йоносова.

Проекттың художество етәксеһе – билдәле бейеүсе һәм балетмейстер, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Гедиминас Таранда, ә спектаклде быйыл йыл башында классик балет сәнғәте мэтры Юрий Григорович ҡуйҙы. Сағыу балет тәүге тәпҡыр яҙын Өфөлә донъя күрҙе. Театр өсөн ул һис шикһеҙ ҙур уңыш булды, сөнки теләһә ҡайһы коллектив ҡатмарлы техникала ҙур күләмле спектакль ҡуя алмай.

Бынан тыш, Мәскәү өсөн «Спартак» ты ҡарау – ул сағыштырыу өсөн сәбәп: ошо уҡ балет бөгөн Рәсәйҙең Ҙур театры сәхнәһендә бара. Әйтергә кәрәк, Башҡортостан артистары юғары оҫталыҡ күрһәтте. Баш күтәргән гладиаторҙар юлбашсыһы Спартак ролен башҡарыусы Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Рөстәм Исхаков, Рим полководецы Красс ролен башҡарыусы Олег Шәйбәков, Спартактың һөйгән йәре Фригияны уйнаған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Валерия Исаева, куртизанка Эгиния ролендә Софья Гаврюшина Мәскәү тамашасыһында һоҡланыу уятты. Тамашасылар Өфө артистарын бик йылы ҡабул итте.

Баш ҡалала ҡуйған спектакле менән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры труппаһы Рәсәй буйлап гастроль турын асты. «Донъя классикаһы шедеврҙары – Бөтә Рәсәй өсөн» проекты сиктәрендә артистар легендар спектаклде Тулала, Архангельскиҙа һәм илебеҙҙең башҡа бик күп ҡалаларында күрһәтәсәк.