11 декабрь, Йәкшәмбе

21 октябрь 2013 йыл, 15:03

Башҡортостан әҙәбиәтселәре Рәсәй Яҙыусылар союзы съезында ҡатнаша

автор: Людмила Терновая

21 октябрҙән 24-нә тиклем Рәсәй Яҙыусылар союзының сираттағы 14-се съезы уҙасаҡ. Башҡортостандан унда өс делегат ҡатнашасаҡ: БР Яҙыусылар союзы рәйесе Риф Тойғонов, РФ Яҙыусылар союзы секретары Михаил Чванов, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире, билдәле яҙыусы һәм сәйәхәтсе, шулай уҡ  Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Камил Йыһаншин.

Съезда Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәк ойошмаларынан 225 яҙыусы ҡатнашасаҡ.

Съездың көн тәртибенә түбәндәге һорауҙар индерелгән: Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһының һәм Контроль-ревизия комиссияһының отчеттары, Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһын һәм  Контроль-ревизия комиссияһын һайлау, РФ Яҙыусылар союзы Уставына төҙәтмәләр һәм үҙгәрештәр индереү.

Быйыл март айында яҙыусылар ойошмаһы пленумында билдәләүҙәренсә, Уставҡа үҙгәрештәр индереү зарурлығының сәбәбе бер нисә: беренсенән, һуңғы ваҡытта ҡануниәттәге йәмәғәт ойошмаларына ҡағылышлы үҙгәрештәр Уставта сағылыш табырға тейеш, икенсенән, РФ Яҙыусылар союзына инеү һәм сығыу критерийҙарын анығыраҡ яҙырға кәрәк. Шулай уҡ ғәмәлдәге Юғары ижад советын законлаштырырға кәрәк, унда йәше буйынса Яҙыусылар союзы идараһы эшендә әүҙем ҡатнаша алмаған, әммә ижтимағи һәм әҙәби тәжрибәһе менән яҙыусылар берләшмәһендә мөһим роль уйнаған танылған яҙыусылар ингән. Бынан тыш, РФ Яҙыусылар союзы башҡарма органдары структураһына Рәсәй Яҙыусылар союзының Почетлы рәйесе вазифаһын индерергә һәм уның хоҡуҡтарын  һәм бурыстарын билдәләргә тәҡдим ителә.

БР Яҙыусылар союзы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, съезд бөгөн Мәскәүҙә башланды, йыйылыштан һуң кисен Калуга өлкәһенә күсеү ойоштороласаҡ. Съезд сиктәрендә уҡыусылар менән ижади осрашыуҙар, Калуга еренең иҫтәлекле урындары менән танышыу, шул иҫәптән федераль әһәмиәттәге ҡомартҡы – Оптина сүллегенә барыу планлаштырылған.