6 декабрь, Шишәмбе

21 октябрь 2013 йыл, 12:55

Өфөлә Имамдарҙың квалификацияһын күтәреү үҙәге асылды

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфөлә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты базаһында Волга буйы федераль округы имамдарының квалификацияһын күтәреү буйынса курстар асылды.

— Волга буйы дини эшмәкәрҙәренең квалификацияһын күтәреү буйынса Үҙәк асыу тураһында ҡарар быйыл май айында Өфөлә Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичтың округ мосолмандары дини назараттары етәкселеге менән үткәргән  кәңәшмәһендә ҡабул ителгәйне. Уҡытыу программаһына 72 уҡыу сәғәте индерелгән, шуның 36-һы — теологияға, 36-һы  гуманитар һәм дини фәндәргә бүленгән. Рәсәй ислам университеты уҡытыуҙы М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә алып барасаҡ. Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин раҫлаған тейешле программа ла төҙөлгән, — тине Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты ректоры Ринат Раев.

— Бөгөн йәштәр менән күп эштәр алып барыла, экстремизм күренештәренә юл ҡуймау буйынса саралар үткәрелә. Шуға күрә имамдарҙың белем кимәле юғары булырға тейеш, уларға Ҡөрьәнде лә, дини ҡанундарҙы ла, психологияны ла белергә кәрәк, — тип билдәләне Тәлғәт Тажетдин.