3 декабрь, Шәмбе

21 октябрь 2013 йыл, 11:31

Мәскәүҙәге «Башҡортостан яҡташтар берлеге» етәксеһе миҙал менән наградланды

автор: Әлим Фәйезов

Мәскәүҙә теркәлгән «Башҡортостан яҡташтар берлеге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Тәлғәт Хурамшин «Урындағы үҙидараны үҫтергән өсөн» миҙалы менән наградланды. Был награда уға Мәскәү ҡалаһының Яҡташтар ассоциацияһы советының сираттағы ултырышында тапшырылды.  Ассоциация составына 40-тан ашыу йәмәғәт берекмәһе инә, тип хәбәр ителә  РФ Президенты ҡарамағындағы БР Тулы хоҡуҡлы Вәкиллеге сайтында.

«Москвич» асыҡ акционерҙар йәмғиәте мәҙәниәт үҙәгендә үткән ултырышта шулай уҡ «Башҡортостан яҡташтар берлеге» төбәк йәмәғәт ойошмаһын Мәскәү ҡалаһының Яҡташтар ассоциацияһы составына индереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ултырышта баш ҡала яҡташтар берекмәләре вәкилдәренән тыш, Мәскәү Хөкүмәтенең Төбәк-ара хеҙмәттәшлек, милли сәйәсәт һәм дини ойошмалар менән бәйләнештәр департаменты етәксеһенең беренсе урынбаҫары Юрий Нуждин һәм Рәсәй муниципаль Академияһы президенты Владимир Зотов ҡатнашты. Осрашыуҙа берекмәләрҙең ағымдағы эш мәсьәләләре, ассоциацияның киләсәккә пландары тикшерелде. Күп кенә берекмәләр етәкселәре төрлө номинацияла Почет грамоталары менән наградланды.