10 декабрь, Шәмбе

21 октябрь 2013 йыл, 10:44

Архангел ауылы үҙенең 260 йыллығында универсаль спорт майҙансыҡлы булды

автор: Людмила Терновая, Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Архангел ауылы халҡы үҙенең 260 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҙур бүләк алды – хоккей майҙансығы менән күп функциялы спорт майҙансығы файҙаланыуға тапшырылды. Заманса спорт майҙансығының асылыуы менән ауыл халҡын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡотланы.

— Беренсенән, һеҙҙе ауылығыҙҙың юбилейы менән ҡотлайым, ә икенсенән, бындай иҫ киткес ҡоролманы төҙөүселәргә рәхмәтемде белдерәм. Ул кешеләргә бик кәрәкле, — тип билдәләне Президент. — Бында ысынлап та төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә була. Комплексты нисек ҡулланаһығыҙ – уныһы һеҙҙең ҡарамаҡта. Шуныһы мөһим, был объектты төҙөүгә һеҙ үҙегеҙ аҡса таптығыҙ. Архангел районы командалары һәр саҡ юғары урындар яулауын теләйем.

Район үҙәгенә ингән саҡта урынлашҡан майҙансыҡты 2013 йылдың майында төҙөй башлағайнылар. Район предриятиелары һәм урындағы социаль ярҙам фондынан (ул биш миллион һумдан күберәк) финансланды.

Ауыл халҡы майҙансыҡтың бер ҡасан да буш тормаясағына ышана, сөнки эргәлә 145-се профессиональ училище урынлашҡан.

Волейбол, баскетбол, мини-футбол, йәйен эстафеталар, еңел атлетика буйынса ярыштар үткәрергә мөмкин, ә  ҡышын – хоккей мачтары һәм саңғы ярыштары.

Төҙөүселәр көйәрмәндәр өсөн урындар ҙа ҡараған. Улар өсөн 700 урынлыҡ трибуна төҙөлгән. Бынан тыш, йылы сисенеү, душ бүлмәләре бар, шулай уҡ прокатҡа саңғы һәм конькиҙар ҙа биреләсәк.