9 декабрь, Йома

18 октябрь 2013 йыл, 17:19

Торлаҡты сафҡа индереү күләмдәре буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урында килә

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Ғинуар-сентябрь айҙарында дөйөм һәм йән башына иҫәптә торлаҡты сафҡа индереү буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урында килә. Башҡортостанстат хәбәр итеүенсә, туғыҙ ай эсендә республикала 1638,1 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, ә күрше Татарстанда – 1709,1 мең квадрат метр. Өсөнсө урында – Түбәнге Новгород өлкәһе – унда 711,3 мең «квадрат» торлаҡ сафҡа индерелгән.

Башҡортостан территорияһында барлығы 2013 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында барлыҡ финанслау сығанаҡтары иҫәбенә 17532 фатир файҙаланыуға тапшырылған, үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, был 114,1 процентҡа тиң. Төбәктә 1000 кешегә иҫәптә 403 «квадрат» дөйөм торлаҡ майҙаны тура килә.

Төҙөлгән торлаҡ күләменәң 81,2 проценты шәхси төҙөүселәргә тура килә (бер йыл элек был күрһәткес 76,3 процентҡа тиң ине). Граждандар үҙ аҡсаһына һәм кредиттар ярҙамында 11958  шәхси йорт төҙөгән – былтырғы ғинуар-сентябрь күрһәткесенә ҡарата был 121,5  процент.

Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмаларының торлаҡ төҙөү темптары түбәнәйҙе. 2013 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында 307,6 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Дөйөм торлаҡ майҙанынының 72 проценты күп ҡатлы күп фатирлы йорттарға, 26 проценты аҙ ҡатлы йорттарға һәм 1,4 проценты дөйөм ятаҡтарға тура килә. Былтыр ошо уҡ осорҙа республикала 340,4 мең «квадрат» торлаҡ файҙаланыуға тапшырылғайны.