10 декабрь, Шәмбе

18 октябрь 2013 йыл, 16:26

Рөстәм Хәмитов етем балаларға фатир асҡыстары тапшырҙы

автор: Ольга Мортазина | фото: Андрей Старостин

Бөгөн, 18 октябрҙә, биш йәш кеше Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡулынан фатир асҡысы алды. Өфөнөң балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә Яңы Максимовка биҫтәһендә ӨМЭПБ төҙөй башлаған йорттан социаль торлаҡ бүленде. Бында ҡайһы берәүҙәр былтыр уҡ күсенә башлағайны, быйыл тағы бер квартал төҙөп тапшырылды. Рөстәм Хәмитов, 2013 йыл аҙағына тиклем етем балалар 650-нән ашыу фатир аласаҡ, тип билдәләп үтте.

— Был биҫтәнең киләсәге яҡшы, беҙ кешеләргә кәрәкле инфраструктураны мотлаҡ төҙөп бөтөрәсәкбеҙ, юлдар ҙа булыр. Максимовканың үҙен төҙөкләндерергә кәрәк. Дөйөм алғанда, бында  перспектива насар түгел. Бөген беҙ тормош юлдары ярайһы уҡ ҡатмарлы шарттарҙа башланған балаларға фатир асҡысы тапшырыу уңайынан йыйылдыҡ, уларға ярҙам итеү – беҙҙең бурысыбыҙ. Быйыл 600-ҙән ашыу фатир төҙөп, уларға тапшыра алдыҡ. Йылына ете-ун фатир биргән бынан өс-дүрт йыл элекке тарихты иҫкә төшөрһәк, насар һөҙөмтә түгел. Былтыр 600 рубежына етһәк, быйыл — 650. Был дәүләттең ахыр килеп ошо проблемаға йөҙ менән боролоуы хаҡында һөйләй. Әммә был проблема тулыһынса хәл ителмәгән әле, тағы мең ярым кеше сиратта тора. Бер-ике йылдан улар ҙа мотлаҡ торлаҡлы буласаҡ. Балаларға йорт йыһаздары алыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән ӨМЭПБ-ның генераль директорына рәхмәтемде белдерергә теләйем. Әгәр бөтә заводтар ҙа шундай социаль яуаплылыҡ күрһәтһә, һис тә насар булмаҫ ине.

— Мин тәүге тапҡыр фатир алам, шуға күрә бөгөн үҙ торлағы асҡысын алған егет һәм ҡыҙҙар кисергән хис-тойғоларҙы һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел. Беҙ барыбыҙ ҙа шатбыҙ, бәхетлебеҙ. Өфөлә һәм тотош республикала етемдәргә күрһәтелгән ярҙам өсөн ҙур рәхмәт. Беҙҙең өсөн ойошторолған байрам өсөн  рәхмәт, — тине балаларҙың береһе Александр Лачихин.