Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Купе вагонға 50 процент ташлама менән билет алырға мөмкин

Иҡтисад

Пассажирҙар 2013 йылдың 1 декабренән 20-һенә тиклем «Алдан планлаштырығыҙ» махсус тарифы буйынса йөрөгән «Федераль пассажирҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте поездарының купе вагондарына 50 процентҡа тиклем ташлама менән билет һатып ала аласаҡ, тип хәбәр итә Куйбышев тимер юлының Корпоратив коммуникациялар хеҙмәте.

Акция буйынса билет һатыу 2013 йылдың 18 октябренән 20 ноябренә тиклем осорҙа асыла.

«Алдан планлаштыр» тарифы дәүләт эсендә йөрөгән бөтә поездарға ҡағыласаҡ. Тик «Динамикалы хаҡтар» программаһына ингән поездарға ғына ҡағылмай. Билеттарҙы ташлама менән алырға мөмкин булған поездар исемлеге Куйбышев тимер юлы сайтында баҫылған

Акция Бөтә Рәсәй «Пассажирҙар көнө»нә тура килтереп үткәрелә, уны Федераль пассажирҙар компанияһы традицион рәүештә 3 декабрҙә байрам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть