10 декабрь, Шәмбе

18 октябрь 2013 йыл, 13:59

Һәр шартлы мал башына 26,3-әр центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан буйынса алдағы мал ҡышлатыу осорона һәр шартлы мал башына уртаса 26,3-әр центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был былтырғы ошо уҡ күрһәткестәрҙән 5,2 центнерға күберәк.

Ә республиканың туғыҙ районы хужалыҡтарында һәр шартлы мал башына 30 центнерҙан ашыу мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән. Улар араһында — Саҡмағош, Архангел, Стәрлетамаҡ, Борай, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Хәйбулла, Стәрлебаш һәм Яңауыл райондары.

Шул уҡ ваҡытта иң юғары күрһәткестәр — Саҡмағош районында, йәғни һәр шартлы мал башына 36 центнер мал аҙығы берәмеге.

Тап ошо районда республикала тәүгеләрҙән булып 2013 йыл башынан алып һәр һыйырҙан һауым буйынса дүрт меңлек рубежға өлгәштеләр. Унда тулайым һөт етештереү һәм уны һатыу буйынса ла иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе.

Төбәктең аграр ведомствоһында билдәләүҙәренсә, мал аҙығы әҙерләү әле дауам итә. Белгестәр фекеренсә, өҫтәмә рәүештә тупаҫ һәм һутлы мал аҙыҡтары, шулай уҡ эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларының өҫтәмә продукттарын әҙерләү мөмкинлеге бар әле.