11 декабрь, Йәкшәмбе

18 октябрь 2013 йыл, 13:04

Октябрьскийҙың бейеү коллективы «Йәшлек» фестивалендә Гран-при яуланы

автор: Алик Шакиров

Испанияның Салоу ҡалаһында «Йәшлек» ХI Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестиваль-конкурсы тамамланды. Фестиваль-конкурстың Гран-прийын Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһынан БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Венера Петрова етәкселегендәге «Ваҡыт ритмы» эстрада бейеүҙәре халыҡ коллективы яуланы.

«Йәшлек» фестивален уҙғарыу – ул төрлө милләт вәкилдәрен бергә йыйыу ғына түгел, ә коллективтар араһында тәжрибә уртаҡлашыу, сәнғәттең төрлө жанрҙарында шәхси башҡарыуҙа йәштәрҙең һәм балаларҙың ижади потенциалын асыу, шулай уҡ быуындарҙың иң яҡшы йолаларын үҫтерә һәм дауам итә алырлыҡ яңы һәләттәрҙе асыҡлау, тип хәбәр иттеләр Октябрьский хакимиәтенән.

Белешмә өсөн. «Йәшлек» балалар һәм үҫмерҙәр фестиваль-конкурсы 2000 йылдан алып уҙғарыла. Һәр бер уҡыу йылында 10 фестиваль-конкурс үтә һәм һәр ҡайһыһына төрлө жанрҙағы һәм йүнәлештәрҙәге коллективтар йыйыла. Географияһы бик киң. Рәсәйҙең төрлө мөйөштәре һәм БДБ илдәре. Традиция буйынса көҙөн фестиваль сит илдә үткәрелә.