9 декабрь, Йома

18 октябрь 2013 йыл, 12:42

БР Мәғарифты үҫтереү институты 80 йыл уҡыта һәм уҡый

автор: Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков

БР Мәғарифты үҫтереү институты үҙенең 80 йыллыҡ юбилейын билдәләй. «Башинформ» агентлығында был юғары уҡыу йортоноң ректоры Рәмил Мәзитов ҡатнашлығында тантаналы сараға бәйле матбуғат конференцияһы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү ситемаһында БР Мәғарифты үҫтереү институтының роле билдәләнде.

Рәмил Мәзитовтан тыш матбуғат конференцияһында ректорҙың хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса ярҙамсыһы Сергей Лысов, педагогика кафедраһы мөдире, педагогика фәндәре кандидаты Эльвира Ижбулатова һәм башланғыс белем биреү методикаһы һәм теорияһы кафедраһы мөдире Сергей Пичугин ҡатнашты.

— Бөгөн беҙҙә 22 октябргә планлаштырылған тантаналы сараға бәйле әҙерлек эштәре әүҙем бара. Мәғарифты үҫтереү институты, халыҡҡа белем биреү өсөн кадрҙарҙың квалификацияһын күтәреү институты булараҡ, 1933 йылда ойошторолған, — тип һөйләне Рәмил Мәзитов. — Бөгөн институт эшмәкәрлеге 13 кафедра, туғыҙ үҙәк һәм дүрт бүлекте тәьмин итә. Беҙҙең юғары уҡыу йорто диуарында квалификацияны күтәреүгә ихтыяж йылдан-йыл арта бара. Былтырғы уҡыу йылында беҙҙә дәүләт тарафынан билдәләнгән 13820 кеше урынына 23 меңдән ашыу кеше уҡыны. Был курстарҙың кәрәкле һәм актуаль булыуы тураһында һөйләй. Бөгөнгө көндә икенсе быуын федераль дәүләт белем биреү стандарттары, дини мәҙәниәт һәм этика нигеҙҙәре, мәғлүмәт технологиялары, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм һәләтле уҡыусылар менән эшләү буйынса курстар айырыуса көнүҙәк. Институттың эшмәкәрлеге төрлө яҡлы һәм беҙ республиканың белем биреү системаһында үҙебеҙҙең ролебеҙҙе һәм барлыҡ яуаплылығыбыҙҙы аңлап торабыҙ,  —  тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәмил Мәзитов.

— Минең уйлауымса, институбыҙҙың төп бурысы – һәр бер уҡытыусыға һәм методисҡа ярҙам итеү, — тип иҫәпләй Эльвира Ижбулатова. — Сөнки уҡытыусы һөнәре кешегә билдәле бер бурыс йөкмәтә. Беҙҙең уҡытыусыға уны яратып, көтөп һәм һәр саҡ ярҙам итергә әҙер торған урын кәрәк. Хәҙер уҡытыусының эше бигерәк тә ауыр. Сөнки хәҙер замана ла, ғөрөф-ғәҙәттәр ҙә башҡа, әммә балаларға өлгө булырлыҡ кеше булып ҡалырға кәрәк. Шуға күрә лә тәрбиә үҙәктәрендә, өҫтәмә белем биреү системаһында тәрбиә йүнәлешендә бик күп нәмәләр эшләйбеҙ. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләүҙе айырым билдәләп үтергә кәрәк, сөнки улар айырыусы ярҙамға мохтаж.

Юғары уҡыу йортоноң үҙенсәлектәре тураһында Сергей Лысов һәм Сергей Пичугин һөйләне. Институт диуарында уҡытыусылар дәреслек авторҙары менән осрашып, үҙҙәрен борсоған һорауҙар биреп, фекер алыша ала.

— Институтыбыҙ республиканың белем биреү өлкәһендә төп йүнәлеш бирә һәм беҙ был планканы юғары тоторға тырышабыҙ, — тип билдәләне Рәмил Мәзитов.