Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тапшырыуы «Көмөш ҡаурый-2013» Халыҡ-ара журналистар конкурсы финалына сыҡты

Мәҙәниәт

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Көндәлек» мәҙәни-мәғариф тапшырыуы «Көмөш ҡаурый-2013» XII Халыҡ-ара журналистар асыҡ ижади конкурсының финалына сыҡты.

«Көндәлек» тапшырыуының авторы – БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Мәһәҙиева Ҡырымға тантаналы сараға саҡырылған.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Көндәлек» икенсе миҙгел генә барыуына ҡарамаҫтан, ул иң популяр проекттарҙың береһе булып өлгөрҙө.

-  Тапшырыу үҙен башҡорт теле дәресе итеп күрһәтә, ундағы «уҡыусылар» — төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәргә эйә булыусы кешеләр контроль эш яҙалар. Алып барыусы Фәрхәт Ғәйнетдинов уҡытыусы ролендә сығыш яһай. Үҙенсәлекле ярышта «класташтарға» райондың арҙаҡлы кешеләре ярҙам итә, — тип һөйләй тапшырыуҙың авторы Рәшиҙә Мәһәҙиева.

Быйыл «Көмөш ҡаурый» конкурсында 13 ил журналистары ҡатнашты – Әрмәнстан, Белоруссия, Грузия, Испания, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Латвия, Польша, Рәсәй, АҠШ, Үзбәкстан, Украина һәм Эстониянан. Барлығы 700-ләгән медиа эш ебәрелгән, жюри ағзалары уларҙың араһынан 80 финалға сығыусыны һайлап алған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть