5 декабрь, Дүшәмбе

18 октябрь 2013 йыл, 10:03

Иглин районы Үктәй ауылы халҡы «Айыҡ ауыл-2013» конкурсында ҡатнаша

автор: Арина Рәхимҡолова

Иглин районында «Айыҡ ауыл-2013» республика конкурсында Үктәй ауыл Советының  биш ауылы ҡатнаша. Конкурс шарттары ярайһы уҡ ҡаты булыуға ҡарамаҫтан, урындағы властар һәм халыҡ үҙе айыҡлыҡты йәшәү нормаһы итеүгә  әүҙем ынтыла. Эскелек сиренә дусар булыусыларға ярҙам итеү, йәштәрҙә араҡыға ҡарата ерәнеү тойғоһо уятыу, йәшерен “йәшел йылан” ағыуы етештереүселәргә түҙеп торғоһоҙ шарттар булдырыу, магазиндарҙа спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләү, ә ҡайһы бер урында бөтөнләй тыйыу – бына йәмәғәтселектең, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының, хоҡуҡ һаҡлау һәм урындағы үҙидара органдарының эш йүнәлештәре.

«Айыҡ Башҡортостан» Төбәк йәмәғәт хәрәкәтендә һөйләүҙәренсә, конкурста ҡатнашыу сиктәрендә Үктәй ауылы халҡы яңы спорт майҙансығы төҙөү теләген белдерҙе. Объектты асыуҙа йөш спортсылар сығыш яһаны. Был спорт майҙансығын төҙөү һөҙөмтәһендә бөгөн популяр булған Street Workout  менән урындағы йәштәр ҙә шөғөлләнә аласаҡ. Ә һәр ял көндәрендә бында уларҙың өлкән иптәштәре килә һәм үҫмерҙәр менән күнекмәләр үткәрә. Федан Сәйфетдинов был объектты төҙөү инициаторҙарының береһе булды. Егет, был хәҙерге үҫеп килеүсе быуынға дөрөҫ юл һайларға, тәмәке тартыуҙан һәм спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙан баш тартырға ярҙам итәсәк, тип иҫәпләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың 38 районынан бөтәһе 70 ауыл биләмәһе «Айыҡ ауыл-2013» республика конкурсында ҡатнаша.