Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрө уңышы 1,4 миллион тоннанан ашҡан

Иҡтисад

Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөнөң  һәр гектарҙан уртаса уңышы 344 центнер тәшкил итеп, бөгөнгө көндә 1, 428 миллион тонна татлы тамыр аҙыҡ ҡаҙып алынған.

Шәкәр сөгөлдөрөнәң иң юғары уңышы – Благовар районында, бында һәр гектарҙан 448-шәр центнер алалар. Бүздәк һәм Йәрмәкәй райондарында был күрһәткес гектарынан 434 һәм 410 центнерға тиң.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың шәкәр заводтарына 638,8 мең тоннанан ашыу сөгөлдөр оҙатылған. Уларҙың 346,2 мең тоннаһынан күберәге эшкәртелгән.

БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә шәкәр сөгөлдөрө 41,6 мең гектар майҙандан ҡаҙып алынған, ул сәселгән майҙандың 79 процентын тәшкил итә.

Тик һуңғы тәүлектә генә шәкәр сөгөлдөрө 1,5 мең гектарҙа йыйылған, ул пландың өс процентын тәшкил итә.

Шул уҡ ваҡытта был көндө Саҡмағош, Көйөргәҙе, Ҡырмыҫҡалы, Благовар һәм Әлшәй райондарының ауыл хужалығы предприятиелары ҙур майҙандарҙа (һәр береһендә 128-190 гектарҙан) уңыш йыйып алған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть