11 декабрь, Йәкшәмбе

17 октябрь 2013 йыл, 16:04

Граждандар торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалаштырыуҙа ҡатнашасаҡ

автор: Людмила Терновая

18 октябрҙә Өфөлә «Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһы» профсоюздарҙың юғары профессиональ белем биреү  учреждениеһының Башҡортостан социаль технологиялар институты (филиалы) ярҙамында БР Профсоюздар федерацияһы, БР-ҙа «Халыҡ-ара стандарт» Төбәк йәмәғәт фонды тарафынан ойошторолған «Граждандарҙың торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуҙа ҡатнашыуы» республика семинары үткәрелә.

Семинарҙа БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың профилле Комитеттары һәм Комиссиялары, БР Йәмәғәт палатаһы, «Халыҡ хоҡуғы» йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре, республика профсоюз ойошмалары рәйестәре, тәүге профсоюз ойошмалары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Семинар эше барышында ҡатнашыусылар күп фатирлы йортҡа идара итеү ысулдарын, күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙең һәм идара итеүсе компанияларҙың хоҡуҡтарын һәм бурыстарын, йорт комитетын нисек ойоштороу мөмкинлеген тикшерәсәк.

Форумға ярашлы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса граждандарға консультация биреү ҡаралған.