10 декабрь, Шәмбе

17 октябрь 2013 йыл, 14:20

Башҡортостан юлсылары һөнәри байрамдарын билдәләргә әҙерләнә

автор: Розалия Вәлиева

Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә. Яҡынлышып килгән һөнәри байрамдары менән хеҙмәттәштәрен БР транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров ҡотланы.

— Көҙ юл хеҙмәткәрҙәре өсөн айырыуса яуаплы осор. Юлдар һәм күперҙәрҙе төҙөп бөтөрөү эштәре ҡыҙған осорҙа һәр  көн «алтын гәрәбәһенә» тиң, — тип яҙылған ҡотлауҙа. — Ҡыш башланғанға тиклем юл комплексы объекттарын ремонтлау һәм реконструкциялау буйынса алынған йөкләмәләрҙе үтәп өлгөрөргә кәрәк. Барыбыҙҙың да тырышып эшләү һөҙөмтәһендә 2013 йылға автомобиль юлдары һәм күперҙәр төҙөү, реконструкциялау, ремонтлау, уларҙы тәртиптә тотоу буйынса планлыштырылған эштәрҙе графикка ярашлы үтәп киләбеҙ.

Быйыл ҡабул ителгән «2030 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының төбәк һәм муниципаль-ара кимәлдәге дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарын камиллаштырыу һәм үҫтереү стратегияһы» республика юл комплексын үҫтереүгә ҙур ярҙам булды.

«Республика юл комплексы үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән ветерандарға айырыуса ҙур рәхмәт белдерәм, уларҙың хеҙмәт батырлығы – бөгөн яңынан-яңы километрҙар һалып, Ватаныбыҙ именлеге хаҡына эшләүселәр өсөн яҡшы өлгө», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ильяс Мөниров.

Юл хеҙмәткәрҙәренә арналған тантаналы йыйылыш 17 октябрҙә Башҡорт драма театрында 15 сәғәттә үткәрелә.