6 декабрь, Шишәмбе

17 октябрь 2013 йыл, 14:51

Силәбе өлкәһендә башҡорт ғалимы Ҡадир Тимерғәзинды иҫкә аласаҡтар

автор: Арина Рәхимҡолова

Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районыныда бөгөн, 17 октябрҙә, Әмин урта мәктәбе базаһында билдәле башҡорт ғалимы, геология-минералогия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостанда нефть табыуға һәм яңы технологияларға нигеҙ һалыусы Ҡадир Тимерғәзиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе уҙасаҡ.

Башҡорт халҡының бөйөк улдарының береһе — Ҡадир Тимерғәзинды күп яҡлы һәм талантлы шәхес булараҡ иҫкә алырға, уның туғандары, бик күп дуҫтары, башҡорт Ҡоролтайы активистары, ғалимдар, уҡытыусылар йыйыласаҡ.

— Был ғалим һәм дәүләт эшмәкәренең Башҡортостан Республикаһы фәнен үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ул ысын ғалим ғына түгел, шулай уҡ иҫ киткес оптимист та ине, — тип фекерләй район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлбаныу Йәнтурина.

Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров һөйләүе буйынса, тантаналы кисәгә ғалимдың ҡыҙы Ая Тимерғазина һәм күп кенә туғандары киләсәк. Сараға район хакимиәте башлығы саҡырыуы буйынса Башҡортостан Республикаһы Президентының Силәбе, Ҡурған һәм Төмән өлкәләрендәге рәсми вәкиле Амур Хәбибуллин киләсәк.

Нефть Башҡортостандың символы һәм ғорурлығы, уның иҡтисадының нигеҙе. Һуғышҡа тиклем  йылдарҙа уҡ БАССР «Икенсе Баку» үҙәгенә әйләнә. Төбәк нефтселәренең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дошманды еңеүгә индергән өлөшө барыһына ла киң билдәле. 1955 йылдың декабрендә республика нефть сығарыу буйынса илдә Азербайжанды уҙып, беренсе урынға сыға. Ҡеүәтле яғыулыҡ-энергетика комплексы үҫешенең нигеҙе булып торған нефть Башҡорт АССР-ын илдең сәнәғәте үҫешкән төбәктәр иҫәбенә сығара.

Бөгөн дә Башҡортостан, Рәсәй Федерацияһында нефть сығарыу буйынса – өсөнсө һәм уны эшкәртеү буйынса беренсе урынды биләп, нефть республикаһы булып ҡала.