Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Пилорамалар эшен ойоштороу тураһында федераль законға төҙәтмәләр индерергә тәҡдим ителде

Сәйәсәт

Республика парламентарийҙары БР Дәүләт Йыйылышының Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты ултырышында төбәктә «Башҡортостан Республикаһы территорияһында ағас ҡабул итеү һәм тейәп оҙатыу пункттарының эшмәкәрлеген ойоштороу тураһында» законын үтәү тураһында мәғлүмәтте тыңланылар.

Илдә ағас материалдар әйләнеше мәсьәләһе тейешенсә юлға һалынмаған, тип билдәләнде. Был, башҡа етешһеҙлектәр менән бер рәттән, урындағы бюджеттар өсөн финанс юғалтыуҙарына килтерә. Шәхси эшҡыуар булып теркәлмәйенсә һәм, тимәк, һалым агенты булмайынса, үҙ продукцияһын етештергән һәм халыҡҡа һатҡан күп һанлы шәхси пилорамаларҙың эше ғәҙел ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.

Тикшереү йомғаҡтары буйынса республика ҡануниәтселәре, федераль коллегаларға хәлде төҙәтеү маҡсатында федераль закондарға кәрәкле үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итергә, тигән ҡарар ҡабул итте, тип хәбәр иттеләр республика парламенты матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть