11 декабрь, Йәкшәмбе

17 октябрь 2013 йыл, 12:41

Тамара Танһыҡҡужина ҡайтып килә

автор: Дмитрий Слезин

1 октябрҙән 15-енә тиклем Монголияла ҡатын-ҡыҙҙар араһында шашка буйынса халыҡ-ара чемпионат өс программала – классик, тилбер һәм «йәшен тиҙлегендәге» – уҙҙы.

Башҡортостандан ике донъя чемпионы ҡатнашты. «Йәшен тиҙлегендәге» уйында донъяла иң уңышлы чемпион Айгөл Иҙрисова һәм иң абруйлы классик программала донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина.

Иҙрисова үҙенең донъя титулын һаҡлап ҡала алманы, ул Якутиянан Матрена Ноговицынға эләкте.

Таңһыҡҡужина өсөн был чемпионат ҙур спортҡа ҡайтыу булып тора. Эксперттар фекеренсә, уңышлы уйын күрһәтеп, Тамара Танһыҡҡужина бөтә турнир барышында Зоя Голубева менән беренсе урынға дәғүәләшеп, һөҙөмтәлә өсөнсө урынды яуланы.