Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Шағир, сатира оҫтаһы Марсель Сәлимов - «Гәүһәр ҡар бөртөгө»нә эйә булды

Мәҙәниәт

Якутияла «Күп ҡарҙың бәрәкәте» II Халыҡ-ара шиғриәт фестивале уҙҙы. Уны Саха (Яҡут) Республикаһының Мәҙәниәт һәм рухи үҫеш министрлығы, М.К. Аммосов исемендәге Төньяҡ-көнсығыш федераль университеты һәм Якутияның яҙыусылар союзы ойошторҙо. Фестивалдә Вьетнам, Ҡырғыҙстан, Башҡортостан, Бүрәт, Тыва һәм Мәскәү шағирҙары ҡатнашты. Беҙҙең республиканан шағир, сатира оҫтаһы Марсель Сәлимов барҙы. Ул фестивалгә махсус «Яҡут ҡар бөртөгө» тигән шиғыр яҙа. Был шиғырҙы яҡут шағиры Урсун яҡут теленә тәржемә иткәндән һуң, урындағы баҫмаларҙа баҫылып сыға. Беҙҙең яҡташыбыҙ уҡыусылар менән осрашҡанда башҡорт, рус һәм яҡут телдәрендә үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерә.

— Яҡут шағирҙары, яҙыусылары һәм журналистары менән мине элекке дуҫлыҡ ептәре бәйләй, — тип һөйләне Марсель Сәлимов «Башинформ» агентлығына. — Шуға күрә, «Күп ҡарҙың бәрәкәте» Халыҡ-ара шиғриәт фестиваленең проект авторы, Яҙыусылар союзы рәйесе, Якутияның халыҡ шағирәһе Наталья Харлампьеваның беренсе саҡырыуынан уҡ Саха-Якутияға юлландым. Ә бында, мәңге туңлыҡ булыуға ҡарамаҫтан, яҡут ҡәрҙәштәребеҙ йылы ҡаршы алды.

«Күп ҡарҙың бәрәкәте» Халыҡ-ара шиғриәт фестивале йомғаҡтары буйынса Марсель Сәлимов «Гәүһәр ҡар бөртөгө» менән бүләкләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть