6 декабрь, Шишәмбе

17 октябрь 2013 йыл, 9:24

Рөстәм Хәмитов Хәйриә эшмәкәрлеге буйынса республика советы ултырышын үткәрҙе

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов рәйеслегендә Хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса республика советы ултырышы уҙҙы. Ултырышта ҡатнашыусыларға «Башҡортостан Республикаһында шәфҡәтлелек» порталының презентацияһы тәҡдим ителде, шулай уҡ билдәле бер йәшәү урыны булмаған кешеләргә ярҙам итеү мәсьәләһе ҡаралды.

— Беҙҙең халҡыбыҙға шәфҡәтлелек темаһы ныҡ яҡын һәм аңлайышлы була башланы, — тип билдәләне Президент. — Мәҫәлән, августа, Әбйәлил һәм Белорет райондарын һыу баҫҡандан һуң, халҡыбыҙ байтаҡ ярҙам күрһәтте. Хатта бөгөн, өс ай үткәс тә, гуманитар ярҙам килеүе дауам итә. Быйыл ҙур күләмле изгелекле саралар үткәрҙек, бер-нисә йүнәлештә финанс яҡтан ярҙам күрһәттек. Рәсәй Иҡтисади үҫеш минстрлығы грантында ҡатнашып алған аҡсаға беҙ республикала оҙайлы ваҡытҡа социаль проекттар һәм программаларҙы бойомға ашыра башланыҡ, унда ҡалаларыбыҙ һәм райондарыбыҙ әүҙем ҡатнаша.  Мәҫәлән, «Балалар иң мөһим нәмәләр тураһында» проектында 20 муниципалитеттан ебәрелгән 3,5 меңдән ашыу ижади эш ҡатнашты. Грант аҡсаларына Стәрлетамаҡта инвалид балаларҙы социалләштереү буйынса «Ярҙам» («СоДействие») йәмәғәт ойошмаһының филиалы асылды. Был айҙа Хөкүмәтебеҙ Социаль-маҡсатлы программалар фонды менән берлектә «мөһим социаль объекттарға булышлыҡ итеү» республика конкурсы башланыуын иғлан итәсәк. Бүленгән аҡса күләме әҙҙән түгел – 30 миллион һум. Үткән аҙнала III Рәсәй Социаль форумы үтте. Уның сиктәрендә республикабыҙ социаль эшҡауырлыҡты үҫтереү буйынса эксперименталь төбәк булып китеүе беҙҙең өсөн бик тә мөһим. Граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереүҙә дәүләт-шәхси партнерлыҡ системаһын үҫтереүҙе ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле йүнәлеш, тип иҫәпләйем. Беҙҙең тормошҡа ашырырға теләгән уй-фекерҙәребеҙ булһа, эшләргә әҙер кешеләр ҙә байтаҡ. Беҙ бындай башланғыстарға ярҙам итәсәкбеҙ. Быйыл «Йылдың иң яҡшы эшҡыуары» республика конкурсы сиктәрендә өҫтәмә «Социаль эшҡыуар» номинацияһы индерелә.

БР Президенты Хакимиәтенең селтәрле технологиялар бүлеге мөдире Андрей Потылицин «Башҡортостан Республикаһында шәфҡәтлелек» сайтының презентацияһын үткәрҙе. «Асыҡ республика» проекты сиктәрендә булдырылған был ресурс шәфҡәт күрһәтеүселәрҙең һәм ярҙамға мохтаждарҙың үҙ-ара бәйләнешен булдырырға, бәләкәй изгелектәрҙе дәртләндерергә йүнәлтелгән. «Күптәр почта һәм банкка бармайынса, ҙур булмаған сумманы хәйер итеп бирергә әҙер, ләкин  шул уҡ ваҡытта улар SMS-түләүҙәр системаһына ышанмай. Бындай күсереүҙәр үтә күренмәле буласаҡ, кешеләр үҙ аҡсаларының иҫәп-хисапты тулыландырыуын күрә аласаҡ», — тине ул. Ярҙамға мохтаж булыусыларҙан заявканы етди хәйриә фондтары тәҡдим итәсәк. Киләһе йылда эшләй башлаясаҡ ресурстың төп модераторы булып БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тора.

Совет ултырышының көн тәртибенә индерелгән сираттағы мәсьәлә йортһоҙҙарға ярҙам итеү булды. БР кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рима Ҡәйүмованың мәғлүмәттәренә ярашлы, әлеге ваҡытта республикала билдәле бер йәшәү урыны булмаған алты меңләгән кеше йәшәй. Уларға дәүләт идараһы һәм дини ойошмалар ярҙам итә, әммә был ғына етмәй. Республикала йортһоҙҙар өсөн өс приют эшләй – Салауатта, Өфө ҡалаһының Киров һәм Калинин райондарында. Приюттарҙа урындарҙы арттырырға кәрәк, һәм был Киров районында урынлашҡан учреждениены ҡаланың төньяҡ өлөшөнә күсергәндә бойомға ашырылыр, тигән һығымтаға килделәр ултырышта ҡатнашыусылар. Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов хәбәр итеүенсә, төҙөлөш өсөн урын билдәләнгән.