3 декабрь, Шәмбе

17 октябрь 2013 йыл, 9:40

Өфөлә яңы «Атлантика» бассейны төҙөлә башлаясаҡ

автор: Розалия Вәлиева

Бөгөн, 17 октябрҙә, Комсомол һәм Урман техникумы урамдары сатында урынлашасаҡ яңы йөҙөү комплексы нигеҙенә тәүге таш һаласаҡтар.

2015 йылға Өфөлә өс бассейн төҙөйәсәктәр – «Йүрүҙән» туҡталышы  районында, «Машина эшләүселәр» Мәҙәниәт һарайы эргәһендә, Комсомол һәм Урман техникумы урамдары сатында, тип хәбәр итте «Башинформ»ға «Атлантика» бассейндары” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хакимиәте вәкиле Сергей Семенов.

Йөҙөү комплексы 25, 12,5 һәм 12,5 метр оҙонлоғондағы өс бассейндан торасаҡ, шулай уҡ унда дүрт  спорт залы һәм фитнес-кафе буласаҡ. Проект буйынса ул тәүлегенә ике меңгә тиклем кеше ҡабул итә аласаҡ.

Тәүге нигеҙ ташы һалыу тантанаһы 14 сәғәт 30 минутта башланасаҡ.

«Коммерсант» гәзите мәғлүмәттәренә ҡарағанда, «Атлантика» бассейндары» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Өфөлә теркәлгән. Санкт-Петербургта 20 йөҙөү бассейнынан торған селтәр төҙөү проектын бойомға ашыра. Kartoteka.ru порталы мәғлүмәттәре буйынса, компанияның устав капиталы 20 мең һум тәшкил итә (компанияның үҙенең мәғлүмәттәре буйынса – 1 миллион һум).