3 декабрь, Шәмбе

16 октябрь 2013 йыл, 17:07

“Алтын көҙ”ҙә Башҡортостан агросәнәғәт предприятиелары 470 миҙал яуланы

автор: Галина Бахшиева

«Алтын көҙ-2013» XV Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан предприятиелары төрлө кимәлдәге 470 миҙал яуланы.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмәне ойоштороусылар Башҡортостан Хөкүмәтенең һәм «Пышка» компанияһы төркөмөнөң күргәҙмәне үҫтереүгә индергән өлөшөн юғары баһаланы һәм уларҙы Рәсәйҙең төп агрофорумының иң юғары наградаһы  — Гран-при менән бүләкләне.

Быйыл Мәскәүҙә «Алтын көҙ»ҙә Башҡортостан предприятиелары яулаған 470 миҙалдың 267 — алтын, 154 — көмөш һәм 49 — бронза. Уларҙың күбеһе Рәсәйҙең төп агрофорумы сиктәрендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа алынды.

«Ит продукцияһы» конкурсында юғары пробалы миҙалға Башҡортостандан ике предприятие —«Туймазы ит комбинаты» һәм «Урал-Тау» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре. Көмөш миҙал — «Өфө ит консерваһы комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә һәм «Рощинский» совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһында.

«Ҡош-ҡорт итенән продукция» конкурсында иң күп, йәғни 10 алтын миҙалды «М.Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте яуланы.

«Һөт продукцияһы, һөт консервалары һәм туңдырма» номинацияһында «Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты» (13 миҙал), «Башҡорт туңдырмаһы», «Серебрянный снег» (18 миҙал) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, «Бәләбәй һөт комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (15 миҙал) юғары пробалы наградалар хужалары булды.

«Икмәк, икмәк-булка һәм кондитер изделиелары» номинацияһында алтын миҙалдарға «Восход» икмәк берекмәһе”, «Өфө икмәге» асыҡ акционероҙар йәмғиәттәре, «Пышка» компанияһы төркөмө, «Өфө 2-се икмәк комбинаты» дәүләт унитар предприятиеһы продукциялары лайыҡ булды. «Башспирт» асыҡ акционероҙар йәмғиәтенең араҡы-шарап продукцияһы ла юғары баһаланды, уның иҫәбендә һигеҙ алтын миҙал.

Дөйөм алғанда, «Алтын көҙ-2013»-төң тармаҡ конкурстарында Башҡортостандың 127 предприятиеһы ҡатнашты. Республиканың коллектив стендында быйыл төбәктең 40-лап төп предприятиеһының продукцияһы ҡуйылды.