6 декабрь, Шишәмбе

16 октябрь 2013 йыл, 17:44

Өфө «Хакимиә» мәсетен тергеҙеүгә һәр кем үҙ көсөн индера ала

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфөлә «Байтул Мал» фонды һәм Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университетының «Бер кирбес хаҡындай изге эш» тип аталған уртаҡ проекты старт алды. Был акция Хакимиә мәсетен тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индерергә теләүселәрҙең барыһын да саҡыра.

«Хакимиә» мәсете – XX быуат башының ғибәҙәт архитектура ҡомартҡыһы. Өфөлә дүртенсе мәсет сауҙәгәр Абдуллатиф Хәкимовтың туранан-тура ҡатнашлығында төҙөлә. Ул йылдарҙа төҙөлөш тиҙ алып барыла. 1908 йылда ҡала халҡы имам-хатиб итеп Ҡазан губернаһы Бөгөлмә өйәҙенең Зәй-Ҡаратай улусы ауылынан мулла Мөхәмәтһаҙый Фәхретдиновты, ә аҙансы итеп башҡорт Төхвәтулла Ҡорбановты һайлап ҡуялар.

Мәсеттә Хәкимовтарҙың мәҙрәсәһе һәм мәхәлләләр йәмғиәте була. Абдуллатиф Хәкимов үҙенең бөтә милкен, йортон диниә назараты йыйылышына бүләк итә. Баһалап бөткөһөҙ был хеҙмәттәре өсөн мәсет йыйылышы бағыусылары Хәкимовҡа Өфөнөң почетлы гражданы тигән исем биреүҙе юллайҙар.

Мәсеттең бейеклеге 18 метр була. Хәкимовтар мәсете 1930 йылдың февралендә ябыла. Тәүҙә унда Башҡорт халыҡ комиссариаты хеҙмәте меңлектәренең курсы була. 1934 йылда бина фабрика клубына тапшырыла, 5 йылдан манараларҙы алып ташлап, ғибәҙәт элементтарын юҡ иткәндән һуң архитектура ҡомартҡыһы үҙенең сағыулығын юғалта. Мәсеттең эске яғы ла үҙгәртелә. 1948 йылда  РСФСР Министрҙар Советы ҡарары менән йортто «Башкирэнерго» берләшмәһенә бирәләр.

«Башинформ» агентлығына һөйләүҙәренсә, ғибәҙәт йортон тергеҙеүҙе Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты проректоры Мөрсәл Әхмәтов күтәреп сыға, Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты һәм Рәсәй ислам университеты ярҙамында мәсет бинаһын тергеҙеү әүҙем алып барыла.

— Тергеҙеү эштәре Өфөлә Мостай Кәрим урамы, 11 адресы буйынса бара. Бында байтаҡ эштәр башҡарылған да инде, — тип һөйләй Мөрсәл Әхмәтов. — Ғибәҙәтхана территорияһынан 200 машина сүп-сар сығарып түгелде. Эстәге эштәр тамамланып килә, тышҡы ҡиәфәтен тергеҙеп, манаралар ҡуйырға ғына ҡала.

Тергеҙелгән мәсетте киләһе йыл яҙын асырға уйлайҙар. Бөгөн, Мөрсәл Әхмәтов әйтеүенсә, әҙерәк аҡса йыйырға кәрәк, проект һәм әҙерлек эштәре тамамланған. Ғибәҙәт йорто диуарына үҙ кирбесен теләгән һәр бер кеше һала ала. Рәсәй ислам университетына мөрәжәғәт итеү өсөн телефон: (347) 251-97-87.