Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

«Универсаль электрон карта» биреүгә ғаризалар ҡабул итеү дауам итә

Иҡтисад

Башҡортостанда «универсаль электрон карта» алыуға ғариза яҙыусыларға картридерҙарҙы уҡый торған USB-ҡоролма бүләккә бирелә.

«Башҡортостан социаль карталар регистры» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хәбәр итеүе буйынса, акция – «Универсаль электрон картаға ғариза яҙ һәм бүләккә картридер ал» тигән девиз аҫтында үтә. Ғаризалар «УРАЛСИБ» һәм «Һаҡлыҡ банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре банктары нигеҙендә ойошторолған 20 махсуслаштырылған нөктәлә ҡабул ителә.

«Универсаль электрон карта» киң функциялы булһа ла, уның төп маҡсаты online-киңлектә хужаһын идентификациялау. Шуға күрә, төрлө порталдарҙа картаны тулы күләмдә ҡулланыр өсөн, шул иҫәптән дәүләт хеҙмәттәре порталында ла, картридерҙың булыуы мөһим, тип аныҡланылар акцияны ойоштороусылар.

Карта хужаһы USB-ҡоролма ярҙамында, түләүҙәр индереү мөмкинлеге менән, 3000-ләгән дәүләт хеҙмәттәре порталдарына инә аласаҡ.

«Универсаль электрон картаның» башҡа мөмкинлектәре менән «Универсаль электрон карта» асыҡ акционерҙар йәмғиәте федераль вәкәләтле ойошмаһының сайтында танышырға була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть