Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

16 октябрь – анестезиологтарҙың һөнәри байрамы

Йәмғиәт

16 октябрҙә Бөтә донъя анестезиологтар көнө билдәләнә. Был көндө медиктар был профессияны булдырыусы – Томас Мортонды иҫкә алалар, ул 160 йыллап элек беренсе тапҡыр анестезия ҡуллана – эфир наркозы аҫтында стоматологик операция эшләй. Мортон һәм эфир ҡулланырға кәңәш итеүсе уның уҡытыусыһы, табиб һәм химик Чарльз Джексон наркозды уйлап табыусылар һәм беренсе анестезиологтар тип таныла.

Анестезияны уйлап табыу XIX быуаттағы иң мөһим асыштарҙың береһе, ул медицина тикшеренеүҙәрен һиҙелерлек алға ебәрергә, операциялар яһау өсөн яңы алымдар уйлап сығарырға һәм бик күп кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итә. Башта хирургияның бер өлөшө булып торған анестезия ваҡыт үтеү менән үҙ аллы фән булып бүленә. Хәҙер ул клиник медицинаның айырым өлкәһе булараҡ, хирургик операциялар барышында ауыртыуҙы баҫыу, шулай уҡ реанимация саралары үткәреү, дауалау маҡсатында анестетиктарҙы ҡулланыу кеүек мөһим мәьәләләрҙе хәл итә. Бөгөн бер ҡатмарлы һәм ауыр хирургик операцияны ла анестезиолог-табиб ҡатнашлығынан тыш күҙ алдына килтереп булмай.

Беҙҙең илдә Анестезиолог һәм реаниматологтар федерацияһы 1992 йылдан алып эшләй. Ул Рәсәйҙең 56 төбәк ойошмаларын берләштерә. Федерацияның төп маҡсаты – ватан анестезиологияһын һәм реаниматологияһын үҫтереүгә булышлыҡ итеү, профессиналь консолидация,  шулай уҡ анестезиолог һәм реаниматолог белгестәре араһында гуманитар бәйләнештәрҙе нығытыу һәм үҫтереү.

Башҡортостан Республикаһының анестезиология- реаниматология хеҙмәте 50 йыллыҡ тарихҡа эйә. Былтыр юбилейға ҡарата Өфөлә республика анестезиолог-реаниматологтарының ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Белгестәр анестезиологиялағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡараны, республикала хеҙмәттең үҫеш перспективаларын тикшерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть