Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Төҙөлөш тармағы өсөн вакансиялар йәрминкәһе үткәрелә

Иҡтисад

Өфө халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте 17 октябрҙә төҙөлөш ойошмалары өсөн вакансиялар йәрминкәһе үткәрә. Унда 20-нән ашыу эш биреүсе ҡатнаша, улар кәмендә 500 буш эш урыны тәҡдим итәсәк.

— Тәҡдим ителәсәк вакансиялар иҫәбендә — төҙөлөш-монтаж эштәре мастеры, прораб һәм төҙөүсе һөнәре эшселәре. Шулай уҡ йәрминкәгә килеүселәргә ҡалабыҙҙың сауҙа һәм һаҡ  предприятиелары ла  үҙ вакантлы урындарын тәҡдим итәсәк, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге бүлеге – йәштәр хеҙмәт биржаһы начальнигы Ирина Турчина.

Бынан тыш, йәрминкәлә ҡатнашыусылар Өфөнөң почтальон-курьерҙар, контролерҙар һәм менеджерҙар эҙләүсе элемтә предприятиеһы менән  Skype-әңгәмәләшеү үтә ала.

Йәрминкә үткәреү урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть