4 декабрь, Йәкшәмбе

16 октябрь 2013 йыл, 12:34

Мосолмандарҙа Тәшриҡ көндәре башланды

автор: Арина Рәхимҡолова

Бөтә донъя мосолмандары Тәшриҡ көндәрен – Ҡорбан ғәйетенең дауамын билдәләй, был көндәрҙә Аллаһы Тәғәләне ололап ҡорбан салалар.

Ҡорбан ғәйете Зөлхизә айының 10-сы көнөндә билдәләнә, был айҙың 11-13-сө көндәрендә, йәғни Тәшриҡ көндәрендә хаж ҡылыусылар һуңғы йоланы үтәй – Минаның үҙәнендәге өс бағанаға таш ташлайҙар. Был ғөрөф-ғәҙәт шайтанға таш менән бәреүҙе аңлата.

Был көндәрҙә мосолмандар мөмкин тиклем күберәк изге эштәр башҡаралар һәм һәр намаҙҙан һуң Аллаһы Тәғәләне данлап тәҡбир әйтәләр. Шулай уҡ Тәшриҡ көндәрендә, байрам көнөндә өлгөрмәгәндәр ҡорбан сала ала. Был көндәрҙә ҡылған яҡшы эштәр бик сауаплы, тип иҫәпләнә.

Тәшриҡ көндәре Зөлхизә айының 13-сө көнөндә тамамлана (2013 йылда – 18 октябрҙә).