10 декабрь, Шәмбе

16 октябрь 2013 йыл, 12:20

Композитор Абрар Ғабдрахманов вафат булды

автор: "Башинформ"

15 октябрҙә, 78-се йәшендә, оҙаҡ ауырығандан һуң танылған композитор, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар союзы ағзаһы Абрар Хаҡ улы Ғабдрахманов вафат булды.

Абрар Ғабдрахманов 1935 йылдың 1 ғинуарында Башҡортостан Республикаһы Учалы районының Наурыҙ ауылында тыуған.

Композиторҙың ижады беҙҙең республикабыҙҙың музыкаль мәҙәни тормошонда алдынғы урындарҙың береһен биләй. Милли сәнғәт аҡһаҡалы – Заһир Ғариф улы Исмәғилевтың уҡыусыһы һәм уның традицияларын дауам иттереүсе булараҡ, үҙенең күп яҡлы ижадында тыуған башҡорт халҡының үткәнен һәм бөгөнгөһөн данланы. Композиторҙың музыкаһындағы темалар мөһимлеге, образдар донъяһының байлығы, милли мәҙәниәт һәм фольклор менән күп яҡлы бәйләнеш уның ижадын башҡорт музыкаһында әһәмиәтле итте.

Абрар Ғабдрахманов төрлө жанрлы әҫәрҙәр авторы: симфоник полотнолар һәм хор әҫәрҙәре, балалар өсөн опера, камерный-инструменталь һәм вокаль әҫәрҙәр. Композитор үҙенең йырҙары һәм романстары менән халыҡ араһында ҙур танылыу яулай. Һәр автор өсөн үҙ халҡының таныуы иң ҙур бүләк булһа, Абрар Ғабдрахманов бының менән ғорурлана ала: уның күп йырҙарын («Бишек йыры», «Әйтсе, иркәм», «Таңдағы йыр», «Гүзәлем», «Төнгө серенада», «Башҡортостан» һәм башҡалар) тыңлаусылар халыҡ йырҙары тип иҫәпләй. Композиторҙың йырҙары әле лә танылған йырсылар башҡарыуында радио һәм телевидение эфирҙарында, Рәсәйҙең ҡала һәм ауылдар концерт майҙандарында яңғырай.

Абрар Ғабдрахманов көйҙәр ижад итеү менән бер рәттән музыкаль тәнҡит һәм мәғрифтәселек эшмәкәрлеге менән дә шөғөлләнә. 1960-1980 йылдарҙа республиканың киң мәғлүмәт сараларында баҫылып сыҡҡан мәҡәләләрендә ул үҙен милли сәнғәттәге хәлдәр менән ҡыҙыҡһыныусы шәхес итеп күрһәтә. Улар араһында баһаламалар, ижади портреттар, Башҡортостандың музыка тормошондағы көнүҙәк мәсьәләләргә ҡағылышлы тәнҡит сығыштары. Уның музыкаль публицистикаһының стиле гүзәл әҙәби телдә яҙылыуы, ҡәләменең отҡорлоғо, тура ярып әйтеүе һәм компромисһыҙ фекер йөрөтөүе менән айырылып тора.

Абрар Ғабдрахманов алып барған «Милли музыкаға ҡайнар һөйөү менән» тапшырыуҙар циклы Башҡортостан радиоһының алтын фондына инде. Магнит пленкаға яҙылған был программалар күренекле башҡорт композиторҙары Камил Рәхимов, Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Рәүеф Мортазин менән уларҙың тыуған халҡының музыкаль-шиғриәт мираҫына мөнәсәбәттәре, фольклор менән эш итеү алымдары тураһында һәм башҡа бөгөнгө көндә лә көнүҙәк мәсьәләләргә ҡағылышлы әңгәмәләрҙе әлегә тиклем һаҡлай.

Иҫ киткес кеше, һәләтле композитор тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ.