11 декабрь, Йәкшәмбе

16 октябрь 2013 йыл, 10:30

Өфөлә икенсе төбәк-ара HR форум-2013 үтәсәк

автор: Сергей Захаров

30 октябрҙә Милли йәштәр театрында «Инвестициялар кешелек капиталына — Рәсәй төбәктәренең иҡтисади үҫешенең хәл иткес факторы» икенсе төбәк-ара HR форумы эшләй башлаясаҡ.

Уның ойоштороусылары — Башҡортостан Президенты Хакимиәте, First Business School бизнес мәктәбе, АНКОР кадрҙар холдингы, БР-ҙа Рәсәй сәйәсәте мәктәбе.

Эксперттар фекеренсә, Өфөлә үтәсәк HR форум — уникаль төбәк проекты, ул бизнес-берләшмәнең HR-әүҙемлеген үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

—  Был тәғәйен мәсьәләләрҙе хәл итеү һәм киләсәккә HR-профессия стандарттарын яҡшыртыу буйынса йүнәлештәр эшкәртеү өсөн майҙансыҡ, — тип иҫәпләй форумды ойоштороусыларҙың береһе, First Business School бизнес мәктәбенең идара итеүсе  партнеры Айгөл Десяткина.

Форумда ҡатнашыусылар — предприятиелар һәм HR-хеҙмәттәр етәкселәре, ҙур һәм урта бизнес, республиканың һәм Рәсәй төбәктәренең дәүләт власы органдары вәкилдәре, HR-хеҙмәтләндереү провайдерҙары, бизнес-тренерҙар.

Форум сиктәрендә пленар ултырыш, дискуссия майҙансыҡтары, бизнес тренерҙарының, Башҡортостан тренерҙар һәм консультанттар ассоциацияһы ағзаларының мастер-кластары планлаштырылған.

Ҡатнашыу маҡсатында теркәлеү, шулай уҡ программа менән ентеклерәк танышыу өсөн форумдың рәсми сайтына инергә йәки 292-72-99, +7-927-330-39-49 телефондары аша шылтыратырға мөмкин.

темалар: форум, бизнес