10 декабрь, Шәмбе

14 октябрь 2013 йыл, 17:12

Өфөлә ауырыу балаларға ярҙам итеү маҡсатында донорлыҡ автоярышы уҙасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Өфөлә, 19 октябрҙә, Республика балалар клиник дауаханаһының онкогематология бүлексәһенең бәләкәс пациенттары өсөн ҡан бирергә була. Был көндө «Юғалтыуҙар юҡ» («Потерь нет») ҡаты ауырыған балаларға ярҙам күрһәтеү хәйриә фонды, UTV ҡала телеканалында «102RUS» автомобиль телепроекты һәм Республика ҡан биреү станцияһы сираттағы «АвтоМотоДонор» тигән акция уҙғара.

— Тромбоциттар донорлыҡ проекты ҡаты онкогематологик ауырыуҙар менән көрәшеүселәргә бик кәрәкле. Күпме аҡса йыйған хәлдә лә, әгәр донор ҡаны булмаһа, бала үләсәк. Ҡан биреү – гематологик ауырыуҙар менән сирләгәндә үҙенсәлекле терапияның бер төрө, унһыҙ сирле ике йәки өс ай эсендә үлә. Лейкоздың үтә лә ауыр осоронда елек майы тик ауырыу күҙәнәктәр генә бүлеп сығара, һәр бер химиотерапия курсынан һуң өс аҙна дауамында ҡан күҙәнәктәре бүленмәй, һәм пациентҡа ҡан бирергә кәрәк: ҡайһы берәүҙәргә аҙнаһына бер тапҡыр, икенселәренә – көн һайын, – тип һөйләй «Юғалтыуҙар юҡ» ҡаты ауырыған балаларға ярҙам күрһәтеү хәйриә фонды етәксеһе Радмила Сурначева

Автомобилселәр Өфө моторҙар эшләү берекмәһе Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда 8 сәғәт 30 минутта йыйыла. Үҙең менән паспорт алыу мотлаҡ. Колонна бөтә ҡала буйлап Батыр урамы, 41/1 адресы буйынса урынлашҡан Республика ҡан тапшырыу станцияһына тиклем уҙасаҡ.