5 декабрь, Дүшәмбе

14 октябрь 2013 йыл, 16:05

Бөгөн – Халыҡ-ара стандартлаштырыу көнө

автор: Арина Рәхимҡолова

Бөгөн, 14 октябрҙә, Халыҡ-ара стандартлаштырыу көнө билдәләнә. Был көндө 1946 йылда Лондонда стандартлаштырыу буйынса милли ойошмаларҙың конференцияһы асыла. СССР менән бергә 25 илдән 65 делегат йыйыла. Уларҙың эш һөҙөмтәһендә Халыҡ-ара стандартлаштырыу буйынса ойошма – International Organization for Standardization (ISO) төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә.

Был һөнәри байрам предприятиеларҙы стандартлаштырыу хеҙмәте белгестәренең, үҙенең эш урынында сифат, һынау, сифат менеджменты кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеүсе һәр кемдең байрамы.

Бөтә цивилизациялы донъяла стандартлаштырыуҙы үҫеш нөктәһе,  сауҙаның мөһим факторы һәм ҡулланыусылар мәнфәғәттәрен яҡлау ҡоралы тип иҫәпләйҙәр.

Әлеге ваҡытта етештереүселәрҙең яуаплылығы арта бара. Халыҡ-ара һәм милли стандарттар продукцияның сифатлы һәм хәүефһеҙ булыуын иҫбатлаусы нигеҙ булып тора. Стандарттар бизнес мәнфәғәтендә булдырыла. Сифатлы продукт сығарыуҙың башҡа ҡоралы юҡ. Яңы стандарттарҙа бөтә инновациялар сағылыш таба, сит илдәрҙең алдынғы тәжрибәләре ҡулланыла. Шуның өсөн Рәсәйҙең милли стандарттары халыҡ-ара стандарттарға эҙмә-эҙлекле тап килтерелә.

Беҙҙең республикабыҙҙа ярты быуаттан ашыу стандартлаштырыу, уны норматив тәьмин итеү мәсьәләләрен дәүләт төбәк Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге — «Башҡортостан Республикаһында Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге» федераль дәүләт учреждениеһы хәл итә.

«Башҡортостан Республикаһында Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге» федераль дәүләт учреждениеһы — республика территорияһында РФ ҡанундарына ярашлы техник көйләү, стандартлаштырыу һәм метрология өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен алып барыусы ойошма. Үҙәк белгестәре предприятиеларҙың һәм дөйөм республиканың иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итеүҙе үҙенең төп бурысы тип иҫәпләй.