9 декабрь, Йома

14 октябрь 2013 йыл, 12:50

Рида Собханҡолова БР финанс министры итеп тәғәйенләнде

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән, әлегә тиклем финанс министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарған, Рида Собханҡолованы БР финанс министры итеп тәғәйенләне.

Финанстар ведомствоһының рәсми сайтында хәбәр итеүҙәренсә, Рөстәм Хәмитов Рида Собханҡолованы лайыҡлы тәғәйенләнеше менән ҡотлап, эшендә уңыштар теләне, уның етәкселегендә Финанс министрлығы эшмәкәрлеге элеккесә юғары сифат стандарттарына тап килер, тигән ышаныс белдерҙе.

Белешмә өсөн. Рида Таһир ҡыҙы Собханҡолова 1958 йылдың 20 майында Бүздәк районының Яңы Таулар ауылында тыуған. 1979 йылда Ҡаҙан финанс-иҡтисади институтын тамамлай. 1979-2005 йылдарҙа – ревизор-инспектор, иҡтисадсы, өлкән иҡтисадсы, әйҙәүсе иҡтисадсы, баш иҡтисадсы, бюджет бүлеге начальнигы урынбаҫары, БР Финанс министрлығының бюджет бүлеге начальнигы, 2005 йылдан — финанс министры урынбаҫары, 2011 йылдан алып республиканың финанс министрының беренсе урынбаҫары булып эшләй.