9 декабрь, Йома

14 октябрь 2013 йыл, 12:46

«Бәйләнештә» социаль селтәре интерфейсы хәҙер башҡорт телендә

автор: Розалия Вәлиева

Мәскәү дизайнеры Илдар Кинйәбулатов 30 энтузиаст-тәржемәсе менән берлектә «Бәйләнештә» (vk.com) социаль селтәрендә башҡорт телендәге интерфейс уйлап тапты.

Йома, 11 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы көнөнә ебәрелгән башҡортса версияһы алдынғы энтузиастар төркөмөнөң үҙенсәлекле бүләге булды. Хәҙер социаль селтәрҙә теркәлгән һәр ҡулланыусы, үҙенең аккаунты аша «Көйләүҙәргә» («Настройки») инеп, интерфейста һүрәтләнһен өсөн башҡорт телен дә һайлай ала.

Проект өҫтөндә эш алты йыл барған, уның барышында 17 мең текст тәржемә ителгән, Интернет терминдарына ярашлы яңы һүҙҙәр уйлап сығарылған. Тәржемәселәр араһында яҙыусылар, уҡытыусылар, журналистар булған. Туранан-тура «Бәйләнештә»ге тәржемәләр быйыл июль айында башлана. Интерфейсҡа күсеү һәм башҡорт теленә тәржемә итеү мөмкинселеге тураһында килешеүҙе сайт хакимиәте менән алдан төҙөлә. Тәржемә ителгән версияны махсус серверға күсергәндән һуң, башҡортса «Бәйләнештә» менән  һәр кем ҡуллана ала.

-Проект өҫтөндә эшләгәндә заманса һүҙҙәрҙе тәржемә итергә башҡортса һүҙлектәр етмәне, — тип һөйләй дизайнер Ирек Кинйәбулатов. —Интернетта һәм «Бәйләнештә» ҡабул ителгән махсус терминдарҙы беҙ үҙаллы мөмкин тиклем дөрөҫ тәржемә итергә тырыштыҡ, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары менән кәңәшләштек. Йыйылған мәғлүмәттәр башҡортса һүҙлектең проект нигеҙенә ятты, уның өҫтөндә эш дауам иттерелә.

Рәсми эшләй башлағандан алып ике аҙна эсендә тәржемәселәр табылған хаталарҙы төҙәтәсәк, «Бәйләнештә» дөрөҫ тәржемә ителмәгән осраҡ асыҡланһа, хәбәр яҙыр өсөн «ВК башҡорт телендә» төркөмөндә махсус тема бар.

Илдар Кинйәбулатов – веб-дизайнер, Мәскәүҙә йәшәй. Автомобилдәр һәм график дизайн, типографика һәм шрифтар, музыка яҙыу һәм лингвистика менән ҡыҙыҡһына. Android системаһы һәм  MacOS өсөн клавиатураның башҡортса тупланмаһын уйлап сығарған.

темалар: интернет