2 декабрь, Йома

14 октябрь 2013 йыл, 10:02

Өфөләге Паралимпия үҙәге төҙөлөшө дауам иттереләсәк

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова РФ Дәүләт Думаһында  «хөкүмәт сәғәте» сиктәрендә Өфөлә Паралимпия үҙәге төҙөлөшө тураһында мәсьәләне күтәрҙе. Мөрәжәғәт Рәсәй спорт министры Виталий Муткоға йүнәлтелде.

РФ Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса, объект 2014 йылдың 30 ноябренә тапшырылырға тейеш.

Виталий Мутко билдәләүенсә, халыҡ тарафынан һайланып ҡуйылған депутат төҙөлөштө финанслау һәм федераль субсидиялар бүлеү мәсьәләһен төрлө кәңәшмәләрҙә һәм сараларҙа бер нисә тапҡыр күтәреп сыға. Бюджеттың күп статьяларын ҡыҫҡартыуға ҡарамаҫтан, киләһе йылға Үҙәкте төҙөүгә 200 миллион һум самаһы аҡса бүлергә планлаштырылған.

Күптән түгел был спорт объектын финанслау мәсьәләһе Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты ултырышында етди  тикшерелде, унда Рима Баталова хәлгә баһа биреп сығыш яһаны.

Ултырыштан һуң илдең Спорт министрлығы тарафынан, 2014 йылдың апрелендә Өфөләге Паралимпия үҙәге төҙөлөшөнә йүнәлтелгән аҡсалата сумманы ҡайтанан ҡарағанда, уны арттырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.