Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан «Алтын көҙ-2013» Гран-прийын яуланы

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы 9 октябрҙән 12-нә тиклем Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгендә үткән «Алтын көҙ» 15-се Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең Гран-прийын яуланы. Республиканың аграр ведомствоһы матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмәлә Башҡортостандың 100-гә яҡын предприятиеһы һәм ойошмаһы ҡатнашты. Улар араһында – ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр һәм эшкәртеүселәр, белем биреү һәм ғилми учреждениелар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, сервис һәм хеҙмәтләндереү предприятиелары.

«Алтын көҙ-2013» сиктәрендә ойошторолған йәрминкәгә Башҡортостандың 10 хужалығы үҙ продукцияһын сығарҙы. Күргәҙмәгә килеүселәр башҡорт балын, умартасылыҡ продукттарын, ҡымыҙ, ҡош-ҡорт итен һәм башҡа милли ашамлыҡтарҙы тәмләп ҡараны.

Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгенең 20-се павильонында Туймазы районынан «Савва-Агро-Япрык» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 1300 килограмм ауырлығындағы лимузин тоҡомло нәҫел үгеҙен ҡуйғайны. «Малыш» исемле был үгеҙ күргәҙмәгә ҡуйылған иң ҡеүәтле мал булды.

Бәләбәй  районының М.Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводы ике бестужев тоҡомло һыйыр килтергәйне. «Совушка» менән «Горошинка» күргәҙмәлә  көн һайын кәмендә 15-әр килограмм һөт бирҙе. Уларҙың һәр береһенең продуктлылығы — йылына 5000 килограмдан ашыу һөт.

Тағы бер стенд — республиканың «Благовар тоҡомсолоҡ ҡош-ҡорт заводы» дәүләт унитар предприятиеһы килтергән һирәк тоҡомло тере ҡош-ҡорт. Предприятие Мәскәүгә ете тоҡом өйрәктәр («Башҡорт төҫлө», «Фаворит», «Аҡ түшле», «Мисек», «Һинд йүгеректәре», «Кросс-Ағиҙел», «Бүрекле») һәм ике тоҡом ҡаҙҙар («Холмогор», «Аҡ Урал»), шулай уҡ фазандар, мысыр тауыҡтары килтергәйне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть