4 декабрь, Йәкшәмбе

10 октябрь 2013 йыл, 15:50

Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары тәғәйенләнде

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсих Шәмсетдиновты республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Рәсих Шәмсетдинов 1971 йылда Благовар районының Ағарҙы ауылында тыуған.

1997 йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1988 йылда В.И.Ленин исемендәге Өфө приборҙар эшләү заводында токарь булып башлай. СССР Хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт итә.

Төрлө йылдарҙа коллектив предприятие экспедиторы, Благовар районы Эске эштәр бүлеге тәфтишсеһе, Благовар районы хакимиәтенең юридик бүлеге мөдире, Благовар районы хакимиәте башлығының кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, республика Контроль-иҫәп палатаһының юридик бүлеге баш инспекторы, ә һуңынан мөдире булып эшләй.

2011 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем БР Үҙәк һайлау комиссияһының хоҡуҡи тәьминәт бүлеге мөдире урынбаҫары булды.