Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда милли тикшеренеү университеты булдырыу мөмкинлеге тикшерелде

Йәмғиәт

Башҡортостанда Милли тикшеренеү университеты ойоштороу һәм юғары уҡыу йорттарын Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерләү мәсьәләләре республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Александр Климов менән осрашыуының төп темаһы булып торҙо.

Бөгөн Башҡорт дәүләт университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты «Милли тикшеренеү университеты» статусы алыуға конкурс һайлап алыуында ҡатнашыу өсөн программалар әҙерләне.

— Беҙҙең өсөн республикала милли тикшеренеү университеты булдырыу үтә мөһим. Башҡортостан Республикаһында шундай ҡеүәтле юғары уҡыу йорттары була тороп, беҙҙе урап үтеүҙәрен ғәҙелһеҙлек тип һанайым, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Александр Климов әйтеүенсә, федераль университеттар ойоштороу буйынса проектҡа киләһе йыл йомғаҡ яһаласаҡ. Әммә министр урынбаҫары раҫлауынса, программа бының менән генә тамамланмай.

— Был университеттар үҙҙәре эшкәрткән программаларҙы тормошҡа ашыра башлауға һәм үҙҙәренә алған йөкләмәләрҙе үтәүгә биш йыл ваҡыт ҡаралған. Мин әлегә ашыҡмаҫ инем, ә бер йыл көтөр инем, — тине Александр Климов.

Осрашыу барышында ҡуҙғатылған тағы бер мәсьәлә — республика юғары уҡыу йорттарын Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы (ШОС) ағзаһы булып торған дәүләттәр башлыҡтары Советы ултырыштарына һәм БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре осрашыуына әҙерләү.

Александр Климов шулай уҡ бер нисә юғары уҡыу йортона барҙы, унда «Рәсәй Федерацияһында хәҙерге ваҡытта белем биреү хоҡуғы реформаһы: стратегия һәм системалылыҡ» темаһына семинар-кәңәшмәлә ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть