9 декабрь, Йома

10 октябрь 2013 йыл, 14:12

Төбәктә тулайым һауым йыл башынан алып 1,156 миллион тоннанан ашты

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда тулайым һауым 2013 йылдың башынан алып 1,156 миллион тоннанан ашты.

Шуның  518 мең тоннаһы ауыл хужалығы предприятиелары өлөшөнө, шулай уҡ крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына тура килә.

Был ваҡыт арауығында төбәктә 543,8 мең тонналап һөт һатылды, уның 460 мең тоннаһы ауыл хужалығы предприятиеларына тура килә.

Бөгөнгө көнгә Саҡмағош һәм Стәрлетамаҡ райондарында һәр һыйырҙан һөт һауыу буйынса дүрт меңлек сикте үттеләр – 4565 һәм 4372 килограмм.

Һәр һыйырҙан һауылған һөт буйынса өс меңлек сикте әлеге ваҡытҡа 16 район үтте, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына республиканың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.