11 декабрь, Йәкшәмбе

10 октябрь 2013 йыл, 16:02

Мәскәүҙең Садовое кольцоһы буйлап «башҡорт» троллейбусы йөрөнө

автор: Әлим Фәйезов | фото: Фаягөл Йоносова

Башҡортостан Республикаһы көнө алдынан Мәскәү үҙәге буйлап ғәҙәти булмаған, башҡорт орнаменттары менән биҙәлгән, музыкаль-экскурсия троллейбусы йөрөнө. Көн дауамында Садовое кольцо буйлап ул өс түңәрәк яһаны. Беренсе әйләнештә троллейбус быйыл Мәскәү юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән, мегаполис менән таныша башлаған, республиканың беренсе курс студенттарын ултыртты. Икенсе рейс пассажирҙары өлкәнерәк йәштәгеләр, Мәскәүҙә Башҡортостан яҡташтары ағзалары булды, ә өсөнсөлә – Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан Республикаһы студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы активистары. Күсмә экскурсион-музыкаль салонға әүерелгән был троллейбус, Мәскәүҙә республика яҡташтары тарафынан Республика көнөнә ҡарата әҙерләнгән ҙур программаның бер өлөшө булып торҙо.

Акция «Мәскәү — беҙҙең уртаҡ йортобоҙ» Мәскәү төбәк-ара фестивале сиктәрендә уҙҙы, 2013 йыл барышында Мәскәүҙә бер-бер артлы Рәсәйҙең 80-дән ашыу төбәгенән яҡташтар ойошмалары үҙҙәрен күрһәтте. Акцияның ойоштороусылары – Мәскәү ҡалаһы Хөкүмәтенең Төбәк-ара хеҙмәттәшлек, милли сәйәсәт һәм дини ойошмалар менән бәйләнеш департаменты, «МФКД «Стольный Град» автономиялы коммерция булмаған ойошмаһы, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиллеге һәм «Башҡортостан яҡташтары» Мәскәү Төбәк йәмәғәт ойошмаһы.

Республика яҡташтарына ҡулланыуға биреп торолған автобус, берҙән, республиканың яҡташтар ағзаларына һәм студенттарына саҡырылған экскурсовод ярҙамында Мәскәү, уның мәҙәни иҫтәлекле урындары менән танышырға мөмкинселек бирҙе. Икенсе яҡтан, уның Өфөнөң һоҡланғыс фото күренештәре, Башҡортостандың мәҙәни һәм тәбиғи ҡомартҡыларының фотолары менән биҙәлеүе республика менән таныш булмағандарға уны танырға, ә Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташтарға – бер-береһе  менән аралашып, тыуған яҡты һағыныу тойғоһон бер аҙ баҫырға мөмкинлек бирҙе. Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан Республикаһы студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы активистары рейсы айырыуса хәтерҙә ҡалырлыҡ булды. Студенттар ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнаны, күмәкләп туған телдә йырланылар, ә троллейбус салонындағы экранда Башҡортостандың һәм баш ҡалабыҙ – Өфөнөң видеопрезентацияһын ҡаранылар. Акция мәскәүҙәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, ә унда ҡатнашыусылар яҡшы, йылы тәъҫораттар алып, бер мәлгә үҙҙәренең бәләкәй ватанына ҡайтып килгәндәй хис иттеләр, тип хәбәр итте Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы активисы Фаягөл Йоносова.

«Башҡорт» троллейбусынан трансляция бөтә Садовое кольцо буйлап ишетелде – бөтә маршрут буйлап репродукторҙар аша ҡурай моңона ҡушылып Мәскәүҙә Республика көнөн үткәреү тураһында иғлан яңғыраны. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул 12 октябрҙә Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгенең 62-се павильонында, 11 сәғәттә башланып көн аҙағына тиклем дауам итәсәк. Павильонға килеүселәрҙе был көндө республика сәнғәт оҫталарының концерты көтә, улар араһында данлыҡлы композитор Рим Хәсәнов һәм популяр «Каруанһарай» төркөмө сығыштары, милли аш-һыуҙан ауыҙ итеү, иң бәләкәстәр өсөн башҡорт телендә бушлай йәнһүрәт сеансы, «Халыҡ ритайымы» программаһы, башҡортса дискотека, башҡорт сувенирҙары, китаптар, гәзиттәр һәм журналдар, ҡымыҙ, милли ашамлыҡтар һатыу йәрминкәһе ҡаралған.