7 декабрь, Шаршамбы

10 октябрь 2013 йыл, 13:54

Рөстәм Хәмитов Астанала Гумилев университетында лекция уҡыны

автор: Ольга Мортазина | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡаҙағстанда Башҡортостан Республикаһы көндәрен үткәреү сиктәрендә Астанала Л.Н.Гумилев исемендәге Евразия милли университеты студенттарына лекция уҡыны. Лекция йәнле һөйләшеүгә күсте: университет студенттарын һәм уҡытыусыларын дәүләт йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, милли телде һәм мәҙәниәтте һаҡлау саралары, шулай уҡ Башҡортостан иҡтисады үҫешендәге уңыштар ҡыҙыҡһындырҙы.

Сәфәр барышында, бер яҡтан, Гумилев университеты, икенсе яҡтан, Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт университеты араһында хеҙмәттәшлек һәм студенттар менән алмашыу тураһында килешеү төҙөлдө. Сара Рөстәм Хәмитовҡа Евразия милли университетының почетлы профессоры тигән исем биреү менән тамамланды.