3 декабрь, Шәмбе

10 октябрь 2013 йыл, 13:34

Байрам көндәрендә Башҡортостанда ямғырлы буласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Байрам көндәре – 11, 12 һәм 13 октябрҙә – Башҡортостандың күпселек райондарында бер аҙ ямғыр яуыуы кәйефте ҡырасаҡ, тип иҫкәртә Рәсәй Гидрометеорология үҙәге.

Һауа температураһы көндөҙ был көндәрҙә 11 градустан артмаясаҡ. Төндә  температура өс-ете градус йылыға тиклем түбәнәйәсәк.

Алдағы көндәрҙә синоптиктар республикала һауа температураһының түбәнәйеүен күҙаллай.  Ямғырҙар шулай уҡ һаҡланасаҡ.

темалар: һауа торошо