9 декабрь, Йома

10 октябрь 2013 йыл, 13:26

Миәкә районы Башҡортостанда беренселәрҙән булып шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алды

автор: Галина Бахшиева

Миәкә районы аграрийҙары  Башҡортостанда беренселәрҙән булып шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алды. Сөгөлдөр үҫтереүселәр был техник культураға бүленгән 930 гектар майҙандан 26,3 мең тонна тирәһе татлы тамыраҙыҡ ҡаҙып алды.

Төбәктең Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “татлы ураҡ” Кушнаренко, Стәрлебаш һәм Федоровка райондарында аҙағына яҡынлаша. Һәр ҡайһыһында әлеге ваҡытҡа сәсеү майҙанының 90 процентынан күберәге йыйып алынған.

Дөйөм алғанда, республика буйынса шәкәр сөгөлдөрө 34,9 мең гектар майҙанда ҡаҙып алынған, ул планлаштырылғандың 66 процентын тәшкил итә.

Һәр  гектарҙан уртаса уңыш 342 центнер тәшкил итеп, Башҡортостанда 1, 194 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған да инде.