Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

«Башҡортостан» киностудияһы фильмдары «АгроСвит-2013» телефестивалендә билдәләнде

Мәҙәниәт

«АгроСвит-2013» XX халыҡ-ара ауыл хужалығы программалары телефестивале йомғаҡтары буйынса «Башҡортостан» киностудияһының оҙон көйҙәрҙе бик үҙенсәлекле башҡарыусы Абдулла Солтанов тураһында «Күңелдән сыҡҡан йыр» документаль фильмы (режиссеры Радик Килмәмәтов, сценарий авторы — Мәүлит Ямалетдинов) икенсе урынды яуланы, ә төп герой жюри ҡарары буйынса махсус диплом менән билдәләнде. Тағы бер диплом менән ҡарт солоҡсо Әнүәр Дилмөхәмәтов — йәш режиссер Айнур Асҡаровтың «Әсе бал» документаль-уйын фильмынан (сценарий авторҙары — Шәүрә Шәкүрова, Айнур Асҡаров) төп герой – наградланды.

БР Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, фестиваль Украинаның Хмельницкий өлкәһе Каменец-Подольский ҡалаһында үтте.

—Телевизион формат булыуға ҡарамаҫтан, Евразия Телевидение һәм радио академияһы директоры Лина Богатырь «Башҡортостан» киностудияһын да фестивалдә ҡатнашырға саҡырҙы, ул 2012-2013 йылдарҙа төшөрөлгән дүрт фильм тәҡдим итте, — тип һөйләне БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат секретары Ләйлә Ишморатова.

Үрҙә телгә алынған ике фильмдан тыш, фильм-портреттар күрһәтелде, уларҙы төшөрөү киностудияның өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора: йәш режиссер Роман Пожидаевтың Ейәнсура районынан көтөүсе, ҙур ғаилә башлығы Хөсәйен Ҡолмөхәмәтов тураһында «Ер кешеһе» (сценарий авторы — Зөһрә Бураҡаева) һәм режиссер Мәрйәм Закирйәнованың Йылайыр районынан республикала билдәле имам-хатиб Нуретдин Игебаев тураһында «Фатиха» (сценарий авторҙары — Мәрйәм Закирйәнова, Мәғәфүр Тимербулатов) фильмдары. Уларҙың продюсеры —«Башҡортостан» киностудияһы директоры Азамат Хужахмәтов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть