10 декабрь, Шәмбе

10 октябрь 2013 йыл, 10:45

Күмертауҙан күп балалы ғаиләгә автомобиль бүләк ителде

автор: Арина Рәхимҡолова

Күмертауҙа Республика көнөн байрам итеү сиктәрендә ҡаланың күп балалы ғаиләләренең береһе матур бүләк алды. Урындағы хакимиәт башлығы Борис Беляев тантаналы рәүештә Күскилдиндар ғаиләһенә 13 урынлыҡ «ГАЗель» автомобиле асҡыстарын һәм дәүләт номерын тапшырҙы. 600 мең һум күләмендә аҡса ҡала хакимиәте ярҙамында Республика Социаль программаларҙы үҫтереү фондынан бүленде.

Ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Күскилдиндарҙың ҙур ғаиләһендә 10 бала. Иң өлкән ҡыҙҙарына 21 йәш, ә иң кескәйҙәренә — 11 ай ғына. Насир Күскилдин Башҡорт республика гимназия-интернатында тәрбиәсе булып эшләй, ҡатыны Оксана — йорт хужабикәһе. 2002 йылда Оксана Күскилдина «Әсәлек даны» миҙалы менән наградланғайны.

Хәҙер был ғаиләнең үҙ автомобиле. Бындай бүләк төрлө хужалыҡ мәшәҡәттәрен хәл иткәндә ярҙам итәсәк. Бөтә ғаилә менән бергәләп ял итергә сығырға ла мөмкин буласаҡ.

Яңы «ГАЗель» асҡысын тапшырып, Борис Беляев уларға рәхмәт белдерҙе һәм имен йөрөүҙәрен теләне.

— Был матур ғаилә, ата-әсә бик ныҡышмал, ҡыйыу һәм автомобиль алыу өсөн үҙҙәре ҙур тырышлыҡ күрһәтте. Ҡала хакимиәте бер нисә социаль программаны бойомға ашыра, шулай ҙа даими ғәмәлдәге программалар менән бер рәттән тәғәйен ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн ошондай изге акцияларға ла урын табылырға тейеш, — тине ҡала башлығы.