Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфө күҙ ауырыуҙары институты директоры EURETINA дипломына лайыҡ булды

Йәмғиәт

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты директоры профессор Мөхәррәм Бикбов иң танылған Европа офтальмологтар ассоциацияларының береһе — EURETINA  Европа витреоретиналь белгестәр йәмғиәтенең XIII конгресы дипломанты булды. Уны офтальмологияға индергән хеҙмәт өлөшө, Кәнсығыш менән  Көнбайыш араһында фәнни һәм клиник хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән күп йыллыҡ һәм уңышлы эшмәкәрлеге өсөн билдәләнеләр. Диплом һәм Тюбинген Университетынан (Германия) ҙур аҡсалата суммаға чекты EURETINA-2013 Конгресы Президенты профессор Гисберт Рихард тапшырҙы.

Европа симпозиумы Өфөнән тағы бер офтальмолог — Гүзәл Бикбованың эшен билдәләне. Уның Чиба (Япония) Университеты (уның менән Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге алып бара) менән берлектәге доклады инновацион фәнни эш өсөн грантҡа лайыҡ булды.

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында хәбәр итеүҙәренсә, конгресс Гамбургта үткән. Йыл һайын ул бөтә донъянан дүрт меңдән ашыу офтальмолог һәм офтальмохирургтарҙы йыя. Быйылғы форум Йәмғиәт тарихында иң ҙуры булды: 98 илдән 4,5 меңдән ашыу селтәрле шекәрә патологияһы өлкәһендәге эксперттар һәм тикшеренеүселәр килде. Конгреста Рәсәй офтальмологияһы исеменән Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты делегацияһы сығыш яһаны. Әйтергә кәрәк,  EURETINA фәнни программаһына Рәсәйҙән бөтәһе биш доклад ҡабул ителде, уларҙың өсөһөн Башҡортостандан ғалимдар презентацияланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть