Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Хәйҙәр Вәлиев Әзербайжан Президентын һайлауҙа күҙәтеүсе булып ҡатнаша

Сәйәсәт

Әзербайжан Республикаһында бөгөн, 9 октябрҙә, президент һайлауҙары үтә. Тауыш биреү барышына халыҡ-ара күҙәтеүҙә Рәсәй һайлауҙарын ойоштороусылар, һайлау хоҡуғы һәм процесы өлкәһендә эксперттар ҡатнаша.

БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев БДБ илдәренән Күҙәтеүселәр миссияһы составында Әзербайжан Республикаһы Президентын һайлауҙа ҡатнаша, тип хәбәр иттеләр төбәк Үҙәк һайлау комиссияһынан.

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы составына Ҡабарҙы-Балҡар, Дағстан, Ингушетия, Ҡарасәй-Черкес, Якутия һайлау комиссиялары рәйестәре, өлкә һәм край һайлау комиссияһы башлыҡтары инә. Һайлауҙарға халыҡ-ара күҙәтеүҙә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров һәм комиссия ағзаһы Борис Эбзеев ҡатнашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть