6 декабрь, Шишәмбе

09 октябрь 2013 йыл, 16:59

Әбйәлил районында Республика көнөнә ҡарата яңы юл һәм ике ауыл клубы асылды

автор: Арина Рәхимҡолова

Әбйәлил районында Республика көнөнә ҡарата бер нисә социаль объект асылды. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге  начальнигы Линиза Сәғәҙиева һөйләүе буйынса, Асҡар һәм Хәлил ауылдарын тоташтырыусы яңы юл файҙаланыуға тапшырылды. Юл федераль бюджет аҡсаһына быйыл август-сентябрҙә төҙөлдө.

Әбделмәмбәт ауылында капиталь ремонттан һуң ауыл клубын астылар. Төҙөкләндереү эштәрен район бюджеты аҡсаһына «Ремонт-төҙөлөш төркөмө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып барҙы. Шулай уҡ Яңауыл ауылы халҡы ла капиталь ремонттан һуң клуб асыу тантанаһын билдәләне, улар быйыл «Айыҡ ауыл-2013» республика конкурсында ҡатнаша.

Район мәҙәниәт һарайында Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте. Йыйылыусылар алдында сығыш яһап, район башлығы Рим Сынғыҙов райондың бер йылдағы социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһаны. Ул һыҙыҡ өҫтөнә алып,  йәйге һыу баҫыу район халҡын ҡурҡытманы, халыҡҡа ярҙам итеү һәм тәбиғәт әфәтенең эҙемтәләрен  тиҙ арала бөтөрөү өсөн  барлыҡ саралар күрелде,тине.

— Ҡазала беҙҙе яңғыҙ ҡалдырманылар, бөтә республика ярҙамға килде, — тине хакимиәт башлығы.

Әбйәлилдәрҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға яңы һайланған депутат, БР Туристик индустрия союзы рәйесе Кинйә Кускилдин һәм БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фларис Шәйхетдинов байрам менән ҡотланы.

Бер төркөм төрлө тармаҡ производство алдынғыларына һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашыусыларға районы Советы һәм хакимиәтенең, Бөтә донъя Башҡорттар Ҡоролтайының, тармаҡ министрлыҡтарының Почет грамоталары тапшырылды.

Байрам район ижади коллективтарының сығышы менән тамамланды.